6 декабрь, Шишәмбе

29 март 2010 йыл, 17:30

Ишембайҙың коммуналь хеҙмәтенә - “ЧТЗ" бульдозеры

автор: Любовь Колоколова

Силәбе трактор заводы етәкселеге Ишембайҙың быйыл билдәләнәсәк 70 йыллығы уңайынан “Витязь" машиналар төҙөү компанияһы урынлашҡан ҡалаға бульдозер тапшырырға ҡарар итте.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, Силәбе трактор төҙөүселәре менән машина Силәбе трактор заводының комплектлау-тапшырыу цехында тейәүгә әҙерләнгән һәм трейлерҙа Башҡортостанға оҙатылған.  

Силәбе трактор заводының бульдозеры Ишембай районы муниципаль район хакимиәте вәкиленә тапшырылған. Был ике күрше төбәктең машина төҙөүселәре бәйләнешен күрһәтеүсе ышаныслы махсус техника ҡаланың коммуналь объекттарында хеҙмәт итәсәк. Район хакимиәтенән аныҡлауҙарынса, ҡышҡыһын трактор урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа файҙаланыласаҡ, ә йәй миҙгелендә уны карьер эшендә — ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһын әҙерләүҙә ҡулланыу планлаштырыла.