8 декабрь, Кесе йома

29 март 2010 йыл, 16:52

Аҙна ҡояшлы буласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Март аҙағында һауа торошо ысынлап та яҙға тартым була бара. Башгидромет синоптиктары күҙаллауы буйынса был аҙна ҡояшлы булмаҡсы. Яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ плюс 4-тән плюс 9 градусҡа тиклем буласаҡ. Төнөн минус 3 градусҡа тиклем төшәсәк.  Таулы райондарҙа төндә термометр бағанаһы минус 11 градусҡа тиклем төшөүе көтөлә. Ел көньяҡтан секундына 3-4 метр тиҙлектә иҫәсәк.

темалар: һауа торошо, яҙ