4 декабрь, Йәкшәмбе

29 март 2010 йыл, 16:36

1 апрелдән пенсиялар арта

автор: Ғәлиә Нәбиева

1 апрелдән «Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт пенсиялары тураһында» Федераль законы буйынса тәғәйенләнгән бөтә пенсиялар 6,3 процентҡа арта. Был турала ҡарар Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителде.

Ике пенсия алыусыларҙың икеһе лә арта.

Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр пенсионер апрелдә арттырылған пенсия аласаҡ, әммә артыу суммаһы һәр кемдең индивидуаль буласаҡ.

Хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 440 һумға артасаҡ һәм 7313 һум тәшкил итәсәк, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 455 һумға артасаҡ һәм 7617 һум тәшкил итәсәк.

2010 йылдың 1 апреленән федераль льготасыларға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләме лә 10 процентҡа арта. Граждандарҙың категорияһына бәйле социаль пенсия күләменән процент нисбәтендә билдәләнгән өҫтәмә матди тәьминәт күләмдәре ле 8,8 процентҡа артасаҡ.

Пенсия һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәргә өҫтәмә средстволар ярашлы финанслау менән нығытылған.