Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.37 ↑

EUR 61.54 ↓

2 март, Кесе йома

Уфа   °

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы башлана

Йәмғиәт

Өфөлә йыл һайын үткәрелеп килгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2010” төбәк конкурсы башлана. Уны тантаналы асыу 30 мартта Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатында үткәрелә. Ошонда уҡ педагогик ярышта ҡатнашыусылар “Ижади йөкләмә” һәм “Инновацион тәжрибәне күрһәтеү” конкурстарында жюри алдына баҫасаҡ. Унан һуңғы көндәрҙә һәр ҡатнашыусы «Мастер-класс», «Халыҡ алдындая лекция» һәм «Фекер алышыуҙар» һынауҙарын үтәсәк.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында оҫталыҡ конкурсы 2 апрелдә тамамлана. Уны ябыу тантанаһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткәреләсәк.

Конкурста Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан, Һамар, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән 63 педагог ҡатнаша.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть