Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан аҙ ҡатлы төҙөлөш тәжрибәһе менән уртаҡлаша

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереүҙә ҙур тәжрибә тупланы һәм уны башҡа төбәктәр менән уртаҡлаша ала. «Үҙ йортом» республика маҡсатлы программаһы үҙ һөҙөмтәлелеген иҫбатланы — ул Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. «Аҙ ҡатлы төҙөлөш идаралығы» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры урынбаҫары Николай Михайлов шулай тип иҫәпләй. Николай Михайлов билдәләүенсә, 2 апрелдә Өфөлә үтәсәк Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе финанс көрсөгө һәм төҙөлөш тармағында тотҡарлыҡ эҙемтәләре фонында ҙур әһәмиәткә эйә.

Форумға федераль власть һәм башҡа төбәктәр вәкилдәре йыйыласаҡ. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар закондарға кәрәкле төҙәтмәләр индереү, сит илдәр тәжрибәһен, яңы технологиялар эҙләү һәм индереү айҡанлы үҙ идеялары менән уртаҡлашасаҡ.

— Төбәктә аҙ ҡатлы төҙөлөш уңышы бер нисә факторға бәйләнгән, — тип иҫәпләй Николай Михайлов. – Мөһим моменттарҙың береһе – күпләп төҙөү өсөн яраҡлы майҙансыҡтар булыуы. Беҙ Өфө районында төҙөлөш өсөн яраҡлы ерҙәр таба алдыҡ: улар Шамонин, Дорогин һәм Жуков ҡасабалары. Бындай программа уңышының икенсе факторы – ҡала халҡының торлаҡ өҫтөнлөктәре. Башҡортостанда халыҡтың күп өлөшө күп ҡатлы йорттағы фатирға ҡарағанда ер участкаһы менән үҙ йортон өҫтөн күрә. Төбәк етәкселеге ярҙамын да төп факторҙар иҫәбендә атарға мөмкин. Республикабыҙҙа аҙ ҡатлы төҙөлөш программаһы бөгөн – дәүләт өҫтөнлөктәре иҫәбендә. Һәм, әлбиттә, аҙ ҡатлы торлаҡ арзан булырға тейеш. Беҙҙең «Үҙ йортом» программаһы тап баҙар хаҡы менән торлаҡ һатып ала алмаған ғаиләләргә иҫәпләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть