Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй ДОСААФ рәйесе рәхмәт белдерҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Рәсәй ДОСААФ рәйесе Сергей Маевтан хат килде. Ул республиканың спортсы-мотоуҙышсыларының ҡаҙаныштары менән ҡотлай.

Хатта шулай тиелә:

«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

2010 йылдың 18 мартынан 22-һенә тиклем Берлинда боҙҙа мотоуҙыштар буйынса 45-се донъя чемпионаты үтте. Өфөнөң Ғ.Ҡадиров исемендәге спорт клубы спортсыһы Николай Красников, алтынсы тапҡыр рәттән боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы исемен яулап, һоҡланғыс уңышҡа өлгәште.

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Дмитрий Буланкин менән Андрей Шишегов та команда уҙыштарында донъя чемпионы һәм Европа чемпионы исемдәрен яуланы.

Өфө спортсыларының бындай юғары ҡаҙаныштарына Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең техник спорт төрҙәрен үҫтереүгә етди иғтибар биреүе һәм ярҙам күрһәтеүе арҡаһында өлгәшелде.

Һеҙҙе, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы, Башҡортостан Республикаһы спортсы-мотоуҙышсыларының юғары ҡаҙаныштары менән ҡотлайым. Техник спорт төрҙәрен үҫтереүҙә һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә артабанғы уңыштар теләйем.

Ихтирам менән, С.Маев».  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть