Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан артистары сәнғәтен Францияла үтәсәк Науруз байрамында күрһәтә

Йәмғиәт

ЮНЕСКО менән Халыҡ-ара диалог һәм донъя халыҡтары мәҙәниәттәре яҡынайыуы йылы тип иғлан ителгән йылда, Францияла төрки халыҡтарының Науруз байрамы үтә. Башҡортостан мәҙәниәтен фестивалдә Башҡортостандың халыҡ артисы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Сәйҙә Ильясова һәм республика конкурстары еңеүсеһе ҡурайсы Илшат Ишморатов күрһәтә. Быйылғы йылда яҙғы көн менән төндөң тигеҙләшеүе байрамын мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (ЮНЕСКО) менән ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы әҙерләй. Концерттар Францияла үтә.

Йола буйынса унда Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Дағстан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙән колективтар ҡатнаша.

Дүшәмбе, 29 мартта, байрам ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында үтә, 30 мартта —  Страсбургта. Башҡортостан артистары репертуарында –  халыҡ йырҙары һәм көйҙәре.

Теги: Науруз
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть