4 декабрь, Йәкшәмбе

29 март 2010 йыл, 11:54

Өфө уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам итәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү йылында Өфө ҡалаһы властары ветерандарға ярҙам итеүҙе ойоштороп, төрлө саралар үткәрә.

Мәҫәлән, халыҡҡа социаль ярҙам идаралығы ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы менән берлектә 15 апрелдән 9 майға тиклем «Минең күршем – ветеран» акцияһын һәм «Ғорурланам» иншалар конкурсын ойоштора.

Акция сиктәрендә өлкән класс уҡыусылары халыҡҡа социаль хеҙмәтләндереү буйынса район комплекслы үҙәктәренең социаль хеҙмәткәрҙәре менән бергә ветерандарға өйҙәге эштәрендә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алып килтерергә һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтәсәк. Тап ошо уҡыусылар һуңынан үҙҙәренең ветерандар менән аралашыуы тураһында инша яҙасаҡ, уларҙың иң яҡшылары грамоталар һәм приздар менән билдәләнәсәк. Еңеүселәрҙең эштәре «Вечерняя Уфа» гәзитендә баҫылып сығасаҡ.

Акция хаҡында өҫтәмә мәғлүмәтте 235-84-37 телефоны буйынса белешергә мөмкин.

темалар: конкурстар