11 декабрь, Йәкшәмбе

29 март 2010 йыл, 11:17

Мортаза Рәхимов Нуриман районында булып ҡайтты

автор: Евгений Рәхимҡолов, Эльвира Латипова

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов шәмбе, 20 март көнө, республиканың Нуриман районына эш сәфәре менән барып ҡайтты. Президент Павловка ауылындағы өс ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлөшөн үҙ контролендә тота. Төбәк башлығы урындағы эш темптары менән танышты. Эш сәфәрендә уны БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.

Яңы йорт 8 мартта төндә янғын сығыу һөҙөмтәһендә йорт-ерһеҙ ҡалған ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, утты һүндереү барышында янғын һүндереүселәр 36 кешене, шул иҫәптән алты баланы, ҡотҡарып алып ҡалды. Биш кеше ут эсендә һәләк булды. Тағы бишәүһе төрлө кимәлдәге имгәнеүҙәр менән Өфө һәм Нуриман районы дауаханаларына һалынды.

Республика етәкселеге ҡазаға тарыусыларҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алды. Бер аҙна эсендә кәрәкле проект-смета эштәре башҡарылды. Средстволар төбәк бюджетынан бүленде. Майға уҡ 10-сы төҙөлөш идаралығы йортто тапшырырға планлаштыра.

Әлеге ваҡытта йорттоң нигеҙе әҙер. Мортаза Рәхимов йорттоң проекты менән танышып, стена нигеҙенә тәүге символик кирбесте һалды.

Яңы йортта, янып юҡҡа сыҡҡанындағы кеүек, 24 фатир буласаҡ: алты ике бүлмәле һәм 18 бер бүлмәле. Бер бүлмәле фатирҙарҙың майҙаны 30-31 квадрат метр тәшкил итәсәк.

Мортаза Рәхимов Нуриман районы буйлап сәфәре барышында Красная Горка ауылында физкультура-сәләмәтләндереү комплексы төҙөлөшө менән дә танышты.

Ауылда был спорт ҡоролмаһына ихтыяж күптән тыуғайны инде. Красная Горкала йәштәр күп. Урындағы халыҡтың спорт менән шөғөлләнергә теләге ҙур, тик урын ғына юҡ. Ауыл мәктәбе спорт залы бының өсөн ҡулайлаштырылмаған: урын бик аҙ.

Төҙөлөш эштәре бында март башында башланды. Әле нигеҙе һалына.

Нуриман районы хакимиәте башлығы Илдус Ғизуллин әйтеүенсә, спорт объектын август-сентябргә тапшырырға планлаштырыла. Яңы физкультура-сәләмәтләндереү комплексында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә нәмә буласаҡ, иң элек, 18-гә 31 метр ҙурлығында спорт залы, тренажер залы, душ бүлмәһе. Балалар төрлө спорт секцияларында шөғөлләнә аласаҡ.