Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Башҡортостандан делегация Ҡаһирәгә барып етте

Сәйәсәт

Республикабыҙҙан Әл-Әзһәр Халыҡ-ара ислам университетында уҡыған студенттар менән осрашыу өсөн Ҡаһирәгәгә киткән Башҡортостан делегацияһы Ҡаһирәгә барып етте.

Делегацияға БР мосолмандарының Диниә назараты рәйесенең мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Руслан Саяхов етәкселек итә. Делегация составына Кинйә Арсланов исемендәге Хәйриә фонды вице-президенты Салауат Юлбарисов һәм билдәле фоторәссам, РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Килмәмәтов инә. Шулай уҡ бындай делегация составына тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар ҙа – республикабыҙҙың йәмәғәт эшмәкәрҙәре индерелде. Сәфәр барышында уларҙың бурысы – Башҡортостандан Әл-Әзһәрҙә уҡыусы ҡыҙҙарҙың проблемаларын асыҡлау, уларға ярҙам күрһәтеү.

Дөйөм алғанда, Әл-Әзһәрҙә республикабыҙҙан 50-ләп студент уҡый. Уларҙың 15-е уҙған йәйге каникулдары ваҡытында үҙ тыуған илендә республиканың төрлө райондарында  практика үтте, уларға имамдар тик ыңғай ғына баһа бирҙе.

Ҡаһирәлә уҡыған балаларға сит илдәрҙә Башҡортостандың күргәҙмә-презентацияларын ойоштороу кеүек мөһим миссия ла йөкмәтелгән. Был республиканың һәм илдең имиджын күтәреү өсөн дә кәрәк, сөнки ғәрәп донъяһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй һәм уның төбәктәре мәҙәниәте менән аҙ таныштар.

Студенттар менән аралашыуҙан тыш, республикабыҙ делегацияһының вуз уҡытыусылары, Рәсәйҙең Мысырҙағы Илселеге вәкилдәре менән осрашырға ла планлаштырған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть