11 декабрь, Йәкшәмбе

26 март 2010 йыл, 17:35

Башҡортостан уҡытыусылары мәғариф хеҙмәткәрҙәре конкурстарында әүҙем ҡатнаша

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан мәғариф өлкәһендә инновацион программалар конкурсында еңеүселәр иҫәбе буйынса илдә Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды биләй. Был турала бөгөн Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының Х съезы пленар ултырышында Бөтә Рәсәй педагогтар йыйылышы рәйесе Валентина Иванова хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, республика мәктәптәр һаны һәм мәғариф системаһының үҫеш кимәле буйынса ла алдынғылар рәтендә.

— Бөтә Рәсәй педагогтар йыйылышы бөгөн илдең төрлө төбәктәрендә 270 мең уҡытыусыны берләштерә, — тине Валентина Иванова. – Беҙҙең ойошма биш йылдан ашыу эшләп килә һәм даими рәүештә уҡытыусылар форумдары ойоштора, мәғариф программаларын һәм стандарттарын тикшереүҙә ҡатнаша.

2009 йылда Бөтә Рәсәй педагогтар йыйылышы ҡатнашлығында Омск, Брянск өлкәләрендә, Хабаровск крайында һәм тағы бер нисә төбәктә уҡытыусылар съездары үткәрелде. Ә әлеге ваҡытта йыйылыш ағзалары Рәсәй уҡытыусыһының профессиональ кодексын тикшереүгә тотондо.

Бөтә Рәсәй педагогтар йыйылышы даими рәүештә йәш уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн конкурстар ойоштора, уларҙа Башҡортостан вәкилдәре юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Мәҫәлән, күптән түгел “Юрий Гагарин вариҫтары” конкурсында Өфө ҡалаһының 1-се мәктәбенән дүрт уҡыусы федераль турҙа еңеүгә өлгәште.

— Быйыл РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты менән берлектә ил уҡытыусыларының беренсе конгресын һәм башҡа саралар үткәрергә планлаштырабыҙ. Унда беҙ Башҡортостандан ҡатнашыусылар күп булыр тип өмөтләнәбеҙ, — тине Валентина Иванова.

темалар: мәғариф