4 декабрь, Йәкшәмбе

26 март 2010 йыл, 17:06

Башҡортостанда бер сәғәткә ут һүнә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

РФ субъекттары башлыҡтарына мөрәжәғәтендә Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Юрий Трутнев граждандарҙың йәшәү эшмәкәрлеген һәм хәүефһеҙлен тәьмин итеүгә йоғонтоһо булмаған электр утын бер сәғәткә һүндерергә тәҡдим итте. Был 27 мартта урындағы ваҡыт менән 20.30 сәғәттә “Ер сәғәте” халыҡ-ара акцияһы үтеү менән бәйле. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең төбәктә административ биналарҙа электр утын һүндереү планлаштырыла. Уҙған йылда Башҡортостанда был акцияла шәхси компаниялар ғына ҡатнашҡан. Быйыл иһә “Ер сәғәтен” республика рәсми кимәлдә үткәрәсәк.      

Был акцияла донъялағы 92 илдән меңдән ашыу ҡаланың ҡатнашыуы көтөлә. Климат үҙгәреүгә һәм электр энергияһын һөҙөмтәле ҡулланыуға халыҡ иғтибарын йүнәлтеүҙе төп маҡсаты иткән был сараны бар донъя дәүләттәре ҡатнашлығында йәмәғәт экология ойошмалары үткәрә.  

Акцияны ойоштороусылар торлаҡ биналарҙағы утты, шулай уҡ байрам иллюминацияһын, неон реклама вывескаларын, телевизор, компьютер һәм башҡа төрлө техниканы һүндерергә кәңәш итә. Ләкин иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ҡайһы бер яҡтыртыу төрҙәрен бөтөнләй һүндерергә ярамай. Улар иҫәбенә урам фонарҙары, йәмәғәт урындарын яҡтыртыу, аэронавигацион уттар, светофорҙар һәм башҡалар инә.