Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Урал-Алтай: быуаттар аша — киләсәккә» конференцияһы сиктәрендә биш симпозиум үтә

Сәйәсәт

Өфөлә барған «Урал-Алтай: быуаттар аша — киләсәккә» IV Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы сиктәрендә көндөң икенсе яртыһында биш симпозиум үтә – «Автономиялы Башҡортостан төҙөүселәр», «Башҡортостан халыҡтарының Бөйөк Ватан һуғышына индергән өлөшө», «Йәмғиәт тормошонда уҡытыусының урыны һәм роле», «Төрки телдәрҙең тарихи грамматикалары: торошо һәм перспективалары», «Урал-Алтай донъяһында ҡатын-ҡыҙҙың урыны һәм роле». Шулай уҡ “Урал-Алтай төбәге телдәре: тарих һәм хәҙерге заман”, “Донъя цивилизацияһы контексында Урал-Алтай төбәге халыҡтарының тарихы”, “Урал-Алтай төбәге халыҡтарының матди һәм рухи мәҙәниәте – донъя цивилизацияһы ҡаҙанышы”, “Әҙәбиәт һәм фольклор Урал-Алтай төбәге халыҡтарының ҡиммәттәре системаһын сағылдырыусы булараҡ” секциялары эшләй.

Конференция эше йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул итеү планлаштырыла. Унда ғалимдарҙың Рәсәй халыҡтарының рухи, ғилми һәм мәҙәни ҡаҙаныштарын һаҡлауға йүнәлтелгән тәҡдимдәре биреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть