6 декабрь, Шишәмбе

26 март 2010 йыл, 16:20

Башҡортостан предприятиелары Камчатканы газ менән тәьмин итеүҙә ҡатнаша

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Уралтехнострой корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Камчатка өлкәһен газ менән тәьмин итеү» проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә  Камчатка крайының Нижне-Квакчинское ятҡылығына ҡорамалдар тейәүҙе ваҡытынан алда башҡарҙы. 50 тонна ауырлыҡтағы ҡорамалдар автотранспорт менән Екатеринбургҡа алып барылған, артабан Ан-124 «Руслан» ауыр хәрби-транспорт самолеты менән — Петропавловск-Камчатскийға. Күп хеҙмәт талап иткән процесты өҫтәүенә ҡорамалдарҙы урынлаштырыу урынының алыҫта булыуы ҡатмарлаштыра – ятҡылыҡҡа тиклем туғыҙ мең километр.

Технологик объекттар төҙөлөшөнөң модулле концецияһын ҡулланыу арҡаһында ҡорамалдар имен алып барып еткерелгән. Был концепция транспортировкалағанда ҙур йөктөң махсус блоктарға урынлаштырылыуынан ғибәрәт. «Башинформ» агентлығына «Уралтехнострой корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был алым  предприятиеға төбәктәрҙәге эштәрҙә ҡатнашыу географияһын киңәйтергә һәм заказсының иң юғары талаптарына яуап биргән юғары технологиялы ҡорамалдарҙы илдең төпкөл урындарына алып барып еткерергә мөмкинлек бирә.  

темалар: газ хужалығы