3 декабрь, Шәмбе

26 март 2010 йыл, 15:56

Ирек Зарипов менән Кирилл Михайловҡа – IV дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордендары

автор: "Башинформ"

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Рәсәй спортсыларына — Ванкуверҙағы 2010 йылғы X Паралимпия ҡышҡы уйындары чемпиондарына һәм призёрҙарына дәүләт наградалары тапшырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

IV дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены менән Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов наградланды.                          

Почёт ордены менән Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары Анна Бурмистрова, Любовь Васильева, Мария Иовлева, Сергей Шилов наградланды.

Дуҫлыҡ ордены менән Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары Михалина Лысова, Николай Полухин наградланды.

I дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены миҙалы менән Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Татьяна Ильюченко наградланды.

II дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены миҙалы менән Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары Алёна Горбунова, Владимир Киселёв, Владимир Кононов, Роман Петушков наградланды.