Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Нефтекама автозаводы яңы баҙарҙар яулай

Иҡтисад

Нефтекама автозаводы, уҙған йылды уңышлы тамамлап, быйыл да яңы һатыу баҙарҙары яулауын дауам итә.

«Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Һамарҙа аҙна башында биш НЕФАЗ-5299 ҡала автобусынан торған тәүге партияны тапшырыу тантанаһы үтте. Автобустар «Cummins» двигателе һәм «Voith» автоматик күсергестәр тартмаһы менән йыһазландырылған, был ҡала маршруттарында бик уңайлы.

Контракт буйынса Һамарға, «Пассажиравтотранс» муниципаль унитар предприятиеһына, «Евро-3» стандартлы экологик саф двигатель ҡуйылған бөтәһе 50 ҙур автобус оҙатыласаҡ. Предприятиела был оҙайлы хеҙмәттәшлектең башы булыр тип өмөтләнәләр, быға «НЕФАЗ» менән Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһенең күп йыллыҡ мөнәсәбәттәре миҫал булып тора, унда бер нисә йыл инде йөҙҙән ашыу «НЕФАЗ» маркалы автобустар эшләй.

Әйткәндәй, күптән түгел Санкт-Петербургта ҡала автобустары алыуға тендер үтте, унда Рәсәйҙең өс пассажир транспорты етештереүсеһе – «Русские автобусы» («ГАЗ» төркөмө), «Транс-Альфа» заводы (Вологда ҡалаһы) һәм Нефтекама автозаводы ҡатнашты.

Ентекләп ҡарап сыҡҡандан һуң тендерҙа Нефтекама автозаводы ышаныслы еңеү яуланы. Шулай итеп, «Cummins» двигателе менән, тәпәш иҙәнле, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус опцийҙар менән 60 «НЕФАЗ-5299-30-32» автобусы быйыл икенсе кварталда уҡ Невалағы ҡаланың пассажир автобустары паркын тулыландырасаҡ.

Төньяҡ баш ҡала хакимиәтендә, яңы транспорт барлыҡҡа килеү менән пик сәғәттәрендә хәл бер аҙ яҡшырырға тейеш, тип өмөтләнәләр. НЕФАЗ-дар 100-ҙән ашыу пассажир һыйҙырышлы бит, тип хәбәр иттеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть