Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Хәзит Дауытов мемориалы үткәрелә

Йәмғиәт

Классик шахмат буйынса Өфөлә 3 апрелдә Хәзит Дауытов мемориалы старт ала. Республика балалар-үҫмерҙәр шахмат мәктәбендә үткәреләсәк турнирҙы Өфөнөң Шахмат федерацияһы ойоштора.

Билдәле тренер уҙған быуаттың 80-се йылдарынан алып ғүмере аҙағынаса үҫмерҙәр уҡытҡан. Уның I Өфө политология гимназияһы тәрбиәләнеүселәренән торған командаһы ҡала һәм республика конкурстарында оҙаҡ йылдар Республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы менән бер тигеҙ һөҙөмтәләр күрһәткән, ә улы Рөстәм Башҡортостанда беренсе булып халыҡ-ара гроссмейстер исемен яулаған. Ҡаҙаныштарын танып, Өфө шахмат берләшмәһе йыл һайын уның иҫтәлегенә турнир ойоштора, бындай тәүге турнир 2000 йылдың июнендә үткәйне.

Турнирҙа һәр ҡатнашыусыға сәғәт ярым ваҡыт бирелә. Мемориал швейцар системаһы буйынса туғыҙ турҙа үтә һәм 11 апрелдә тамамлана. Йыйылған мәрәйҙәре буйынса, ә мәрәйҙәр һаны тигеҙ булғанда — башҡа төрлө өҫтәмә күрһәткестәр буйынса билдәләнгән еңеүсегә һәм приз алыусыларға грамоталар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Теги: шахмат
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть