Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов уҡытыусыларға наградалар тапшырҙы

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов бөгөн Өфөнөң Конгресс-холында барған Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының Х съезы пленар ултырышы барышында республиканың төрлө ҡалалары һәм ауылдарынан иң яҡшы уҡытыусыларға наградалар тапшырҙы.

Салауат педагогия колледжының директор урынбаҫары Татьяна Тиссен Президент ҡулынан «РФ-тың атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеме бирелеүе тураһында танытма һәм билдә алды. Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Эдуард Балтачевҡа Мортаза Рәхимов БР Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Йәнә һигеҙ кеше «БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.

Президент наградалар алған уҡытыусыларҙы ҡотлап, уларҙың еңел булмаған, әммә шундай кәрәкле эшендә артабан да уңыштар теләне.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть