11 декабрь, Йәкшәмбе

26 март 2010 йыл, 14:09

Рәсәй армияһының тау бригадалары Башҡортостан егеттәре менән тулыланды

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Рәсәй армияһында контракт буйынса хеҙмәт итеүсе Башҡортостан яугирҙары бер взводҡа артты.

"Башинформ" агентлығына БР Хәрби комиссариатының контракт буйынса граждандарҙы хәрби хеҙмәткә алыу бүлексәһе начальнигы Дмитрий Нименскийҙың хәбәр итеүенсә, өс тиҫтә Башҡортостан егете бөгөн Өфөнән Төньяҡ Кавказ хәрби округына юллана, унда егеттәр 17-се һәм 18-се айырым тау бригадаһы байрағы аҫтына баҫасаҡ. Улар Ҡоро ер ғәскәрҙәре һалдаттары һәм сержанттары дәрәжәһендә хеҙмәт итәсәк.

Улар барыһы да медицина тикшереүе һәм профессиональ-психологик һайлау үткән. Тау климаты шарттарында хеҙмәт итергә теләк белдергән контрактсылар һаулығына талаптар һәр ваҡыт юғары.

темалар: армия хеҙмәте