5 декабрь, Дүшәмбе

26 март 2010 йыл, 14:04

Мортаза Рәхимов республика уҡытыусыларының Х съезында сығыш яһаны

автор: "Башинформ"

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының Х съезы пленар ултырышында ҡатнашты. Педагогик форум Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы йылы һәм Башҡортостан Республикаһында Республика йылы сиктәрендә үткәрелә.

Съезда Башҡортостана Президенты доклад менән сығыш яһаны, унда ул республика мәғариф тармағының һуңғы 10 йылдағы үҫешенә йомғаҡ яһаны һәм белем биреү сифатын яҡшыртыу буйынса бурыстарҙы билдәләне.

Башҡортостан Президенты сығышының тулы тексын http://www.bashinform.ru/podrob/257291/ сайтында табып уҡырға мөмкин.

Форумда Мортаза Рәхимов педагогтар берләшмәһенең айырыуса яҡшы эшләгән вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан уҡытыусыларының X съезында 600 делегат — мәғариф идаралығы органдары, дәүләт мәғариф учреждениелары, башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениелары, ата-әсәләр комитеттары, мәғариф учреждениеларының попечителлек советтары вәкилдәре, педагогик хеҙмәт ветерандары ҡатнаша. Съезға Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, ҡайһы бер Рәсәй төбәктәренең мәғариф идаралығы органдары етәкселәре саҡырылған.  

Съезда Башҡортостан уҡытыусыларының 2001 йылда үткән IХ съезында ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһаласаҡ. Шулай уҡ белем биреү сифатын баһалау системаһын камиллаштырыу, дәүләт белем биреү стандарттарының икенсе быуынын ғәмәлгә индереү, полиэтник мөхиттә туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу, “Беҙҙең яңы мәктәп” Милли мәғариф башланғысының төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшереләсәк.