4 декабрь, Йәкшәмбе

26 март 2010 йыл, 13:51

Табип-физкультура диспансеры Сәләмәтлек аҙнаһы үткәрә

автор: Елена Макушина

7 апрель – Халыҡ-ара сәләмәтлек көнө.

Шуның менән бәйле 1 — 7 апрелдә (ял көндәренән тыш) Республика табип-физкультура диспансерында иртәнге 9-ҙан 16 сәғәткә тиклем Асыҡ ишектәр көнө үтә.

«Башинформ» агентлығына Республика табип-физкультура диспансерынан хәбәр итеүҙәренсә, был арала физкультура, спорт, физик тәрбиә һәм сынығыу, сәләмәт тормош алып барыу, терәк-хәрәкәт апппараты ауырыуҙары менән яфаланған кешеләргә медицина реабилитацияһы буйынса бушлай консультациялар тәҡдим ителә һәм кәңәштәр бирелә.  

Медицина тикшереүҙәре һәм консультациялар диспансерҙың Сәләмәтлек үҙәгендә үткәрелә, тренажерҙар залында күнекмәләр һәм һауыҡтырыу гимнастикаһы буйынса дәрестәр ойошторола.

Халыҡты табип-физкультура диспансеры табиптары һәм Сәләмәтлек үҙәге белгестәре ҡабул итә.

темалар: һаулыҡ һаҡлау