10 декабрь, Шәмбе

26 март 2010 йыл, 12:39

Башҡортостан селекционерҙарының яңы ҡаҙаныштары

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Рәсәй селекция ҡаҙаныштары дәүләт реестрында лимондың дүрт сортынан өсәүһе Өфө лимонарийы теплицаларында сығарылған. Етмәһә, был исемлектә ике цитрон да бар, һәм уларҙың икеһе лә Башҡортостан селекционерҙары ҡаҙанышы. Был турала Өфө урман техникумында үткән “Социаль партнерлыҡ – урман һәм ағас эшкәртеү тармаҡтары белгестәрен уңышлы әҙерләү нигеҙе” форумында Дәүләт сорт комиссияһының Башҡортостан филиалы директоры Иван Леонтьев һөйләне.

— Өфө лимонарийы уникаль. Был Көнсығыш Европала иң ҙур цитрус үҫемлектәре питомнигы, унда емештәр үҫтереү генә түгел, эксперимент эшмәкәрлеге лә алып барыла, — тине Иван Леонтьев. – Республика селекционерҙары был йүнәлештә әүҙем эшләй, ул, һис шикһеҙ, үҫешергә тейеш.

Төбәктә баҡсасылыҡты һәм үҫемлекселекте үҫтереү мөһимлеге хаҡында Башҡорт дәүләт аграр университетының үҫемлекселек кафедраһы профессоры Гизәр Мансуров та үҙ фекерен әйтеп үтте.

—  Өфө лимонарийында үҫтерелгән емештәр күп өҫтөнлөктәргә эйә, — тине ул. – Иң элек, улар химикаттар менән эшкәртелмәй һәм витаминдарға бай. Иҡтисади яғы ла мөһим фактор булып тора. Бөгөн ситтән емеш-еләк һатып алып, беҙ сит кеҫәләрҙе тулыландырабыҙ. Шуға күрә үҙ хужалығыбыҙға етди иғтибар бирергә кәрәк. Етмәһә, республикабыҙҙа бының өсөн кәрәкле бөтә шарттар бар.