7 декабрь, Шаршамбы

26 март 2010 йыл, 12:16

«Туймазинский вестник» журналистары – «Ватан» федераль конкурсы лауреаттары

автор: Ләлә Латипова

Мәскәүҙә "Журналистикала ватансылыҡ: хәҙерге һәм киләсәк" форумы үткәрелде, унда Рәсәйҙә конструктив һәм патриотик журналистиканы аяҡҡа баҫтырыу һәм үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Сара сиктәрендә "Ватан" Бөтә Рәсәй патриотик журналистика конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул профессионал журналистар, шулай уҡ үҙ эшмәкәрлегендә журналист этикаһы принциптарына таянған, ысынбарлыҡҡа конструктив ҡараған, үҙ гражданлыҡ позицияһына эйә булған киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре өсөн ойошторолдо.  

Бүләкләү тантанаһында, бер нисә ай эсендә конкурсҡа бөтә Рәсәйҙән 1300-ҙән ашыу эш килде, тип билдәләнде.

«Рәсәй Геройы» номинацияһында «Ул легендар Калашниковҡа ярҙам итте» («Он создавал легендарный Калашников» – данлыҡлы конструкторҙың авторҙашы тураһында) һәм «Яу яланынан яралы иптәшен алып сыҡты» («Вынес с поля боя раненого товарища» – Туймазынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған һалдаттың Көньяҡ Осетиялағы һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы хаҡында) мәҡәләләре өсөн «Туймазинский вестник» гәзите журналисы Эмиль Мусин конкурс лауреаты дипломы менән бүләкләнде.

Был конкурста материал авторы ғына түгел, шулай уҡ мөхәрририәт сәйәсәтен билдәләгәндә конструктив һәм патриотик журналистикаға иғтибар биргән киң мәғлүмәт сараһы етәксеһе лә дәртләндерелде.

Шуға күрә «Рәсәй Геройы» номинацияһында федераль лауреат дипломы «Туймазинский вестник» редакция-нәшриәт комплексы” БР дәүләт унитар предприятиеһы директор-баш мөхәррире Мөсәүир Камалетдиновҡа ла тапшырылды.