11 декабрь, Йәкшәмбе

26 март 2010 йыл, 11:34

«Урал-Алтай: быуаттар аша — киләсәккә» ғилми конференцияһы асылды

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай Йортонда, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған «Урал-Алтай: быуаттар аша — киләсәккә» IV Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы эшләй башланы. Уны Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Дәүләт телдәре буйынса советы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторҙо.

Конференция донъя цивилизацияһы үҫеше контексында Урал-Алтай төбәге халыҡтары телдәре һәм тарихы, халыҡтарҙың матди һәм рухи мәҙәниәте, Урал-Алтай төбәге әҙәбиәте һәм фольклоры проблемаларын, шулай уҡ төбәктәге хәҙерге заман этносәйәси хәлде, этномәҙәни һәт этнотел процестарын тикшерә.

Ғилми форум сиктәрендә биш секция эшләйәсәк: «Автономиялы Башҡортостан төҙөүселәр» (Башҡортостанда Республика йылына һәм Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыуға ҡарата), «Башҡортостан халыҡтарының Бөйөк Ватан һуғышына индергән өлөшө» (Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата), «Йәмғиәт тормошонда уҡытыусының урыны һәм роле» (Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы йылына ҡарата), «Төрки телдәрҙең тарихи грамматикалары: торошо һәм перспективалары» (филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинованың 60 йәшенә ҡарата), «Урал-Алтай донъяһында ҡатын-ҡыҙҙың урыны һәм роле».

"Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә" беренсе Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы — 2003 йылда Горно-Алтайскиҙа, икенсеһе 2005 йылда Өфөлә үтте. Был конференцияларҙа Урал-Алтай төбәге төрки телле халыҡтарының — башҡорттар, себер татарҙары, алтайҙар, тувалар, хакастар, ҡазан татарҙарының айырым этнографик төркөмдәре, сыуаштар һәм башҡаларҙың тарих һәм этнография, әҙәбиәт һәм тел мәсьәләләре ҡаралды. Өсөнсө конференция билдәле тюрколог, башҡорт теле белгесе, уҡытыусы, Башкортостан Республикаһы өлкән быуын тел белгестәренең кәңәшсе-тәрбиәсеһе, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Николай Дмитриевтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналды.

Дүртенсе конференцияның маҡсаты — төрки телдәр, әҙәбиәт һәм фольклор, тарих һәм этнография тарихын һәм хәҙерге торошон өйрәнеүҙә бөтә йүнәлештәрҙәге ғалим тюркологтарҙың тырышлыҡтарын берләштереү.

Рәсәй тюркологтары, шулай уҡ БДБ илдәрендәге уларҙың коллегалары араһында «Урал-Алтай: быуаттар аша — киләсәккә»  конференцияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Конференцияла Рәсәй Федерацияһының күп субъекттарынан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән ғалимдар ҡатнаша.