6 декабрь, Шишәмбе

26 март 2010 йыл, 10:51

Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе – ышаныс, асыҡлыҡ, бер-береңә ихтирам, диалог һәм ижад

автор: “Башинформ”

Бөгөн Өфөлә “Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә” Бөтә Рәсәй конференцияһы үҙ эшен башлай. Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов форумда ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға ҡотлау ебәрҙе. Унда шулай тиелә:

“Тикшереүгә ҡуйылған “Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә” темаһы бөгөнгө шарттарҙа сиктән тыш мөһим. Был турала илебеҙҙең күп төбәктәренән алдынғы академия һәм вуздар берләшмәһе вәкилдәренән торған ҡатнашыусылар составы ла раҫлай.

Конференцияның йөкмәткеле программаһы глобалләшә барған донъя шарттарында халыҡтарҙың этник үҙенсәлеген һаҡлау юлдарын һәм принциптарын эҙләүгә, ватансылыҡ, бөйөк Тыуған илебеҙ – күп милләтле Рәсәй өсөн ғорурлыҡ тойғоһон нығытыуға йүнәлтелеүе ҡыуаныслы.

Башҡортостанда граждандарҙың телдәрҙе, милли мәҙәниәттәрҙе һаҡлауға һәм ирекле үҫтереүгә конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу, мәҙәниәт, мәғариф һәм мәғлүмәт өлкәһендә талаптарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Милли мөнәсәбәттәрҙең төрлө аспекттарын көйләүсе норматив хоҡуҡ акттары ҡабул ителгән, оҙайлы ваҡытҡа маҡсатлы программалар бойомға ашырыла. Дәүләт ҡоролошоноң хәҙерге этабында Рәсәйҙең туғандаш халыҡтарын уртаҡ тарих һәм хеҙмәттәшлек быуаттары менән бәйләгән бөтә нәмәне һаҡлау айырыуса мөһим. Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе булып киләсәктә лә ышаныс, асыҡлыҡ, бер-береңә ихтирам, диалог һәм ижад ҡалырға тейеш.

Әлеге форум Урал-Алтай төбәктәре халыҡтарының тарихы һәм телдәренең хәҙерге торошон төшөнөүгә лайыҡлы өлөш индерер, уның ҡарарҙары милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә, Рәсәй Федерацияһының рухи нигеҙҙәрен нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышанам.

Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет, һөҙөмтәле эш, бөтә изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы  Президенты М. Рәхимов”.