Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың урман хужалығы яҡшы кадрҙарға мохтаж

Иҡтисад

Бөгөнгө көндә республиканың ағас эшкәртеү сәнәғәте һәм урман хужалығы һәйбәт кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Был турала Өфө урман хужалығы техникумында үткән  «Социаль хеҙмәттәшлек – урман һәм ағас эшкәртеү тармағына кадрҙарҙы уңышлы әҙерләүҙең нигеҙе» форумында Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары Риф Ғүмәров белдерҙе.  

— Яҡшы белгестәр әҙерләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, БР Урман хужалығы министрлығы һәм төбәктең уҡыу йорттары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү булдырылған, — тине Риф Ғүмәров. – Беҙҙең тармаҡ структураһы йылдам үҫешә, республикала урман хужалыҡтары эшләп килә, Министрлыҡ ведомствоһында дәүләт унитар предприятиелар төҙөлгән. Был ситуацияла барыһы ла кадрҙарҙан тора. Башҡортостандың урман хужалығы Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә, һәм был статусты һаҡларға кәрәк!

Министр урынбаҫары ағас эшкәртеү буйынса белгестәр кәрәклегенә айырыуса баҫым яһаны.

— Бөгөн республикала урман хужалығында хәл итәһе йүнәлештәрҙең береһе булып түбән сортлы ағасты эшкәртеү тора, — тип билдәләне Риф Ғүмәров. – Шуға күрә яҡшы кадрҙар әҙерләү ярҙамында был хәлде үҙгәртергә кәрәк.

Урман хужалығы белгеслектәренең популярлашыуы ҡыуандыра. Был турала Өфө урман хужалығы техникумында арта барған конкурс та һөйләй.

— Уртаса, бер урынға ике кеше дәғүә итә, — тине техникум директоры Дамир Асҡаров. – Бөгөн беҙҙә 854 студент бар. Сығарылыш уҡыусыларыбыҙ уңышлы эшкә урынлаша. Уҙған йылда 263 йәш белгес сығарҙыҡ. Техникумда 70-кә яҡын юғары квалификциялы уҡытыусы белем бирә. Уҡыу йорто ике тапҡыр Рәсәйҙең иң яҡшы урман хужалығы техникумы исеменә лайыҡ булды.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть