3 декабрь, Шәмбе

26 март 2010 йыл, 9:08

БДУ ректоры итеп Әхәт Мостафин һайланды

автор: Елена Макушина | фото: Олег Яровиков

БДУ ректоры итеп химия фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһының вице-президенты Әхәт Мостафин һайланды. Йәшерен тауыш биреү барышында уның кандидатураһы өсөн 83 тауыш бирелде. Уның оппоненты — вуздың хәҙерге ректоры Мөхәмәт Харрасов 69 тауыш йыйҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 мартта Башҡорт дәүләт университетында юғары уҡыу йорто етәксеһен һайлай буйынса хеҙмәт коллективы конференцияһы үтте. Унда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, Рәсәй мәғарифының Мәғариф учреждениелары идаралығы начальнигы Петр Анисимов, вуздың профессор-уҡытыусылар составы ҡатнашты.

Тауыштарҙы иҫәпләү тамамланғандан һуң һайланған ректор үҙенән алда эшләгән етәксегә эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Әхәт Мостафин республиканың төп университетына етәкселек итеүҙе ышанып тапшырғандары өсөн уҡыу йорто коллективына ла рәхмәт һүҙҙәре әйтте.