5 декабрь, Дүшәмбе

25 март 2010 йыл, 16:12

Республика уҡытыусылары съезы асылды

автор: Марина Шумилова

Өфөлә Республика йылына һәм Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы йылына арнап  Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының Х съезы асылды.    

Съезға 600 кеше делегат итеп һайланды, улар иҫәбендә мәғариф идаралығы органдары, дәүләт мәғариф учреждениелары, башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениелары, ата-әсәләр комитеттары, мәғариф учреждениеларының попечителлек советтары вәкилдәре, шефлыҡ итеүсе ойошмалар етәкселәре. Съезд IХ съездан һуң үткән ун йыл эсендәге эшкә йомғаҡ яһаясаҡ, киләсәккә бурыстар билдәләйәсәк.

Бөгөн съезд делегаттары М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты базаһында секциялар буйынса эшләй.

Иртәгә, 26 мартта, Конгресс-холда пленар ултырыш үтәсәк, унда белем биреүҙең көнүҙәк проблемалары тикшереләсәк, республика мәғариф системаһын оптималләштереү шарттарында яңы стратегик пландар билдәләнәсәк. Был көндө Конгресс-холда китаптар һәм «Уҡытыусы. Ваҡыттар аша ҡараш» фотокүргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

Съезд алдынан «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы уҡытыусылары. Съездан съезға» һәм «Башҡортостан Республикаһында халыҡ мәғарифы. Тарих һәм кешеләр» китаптары, шулай уҡ республиканың мәғариф системаһына арналған «Уҡытыусылар гәзите» махсус сығарылышы нәшер ителде.