6 декабрь, Шишәмбе

25 март 2010 йыл, 15:57

РФ Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе йөкләмәһен үтәгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе йөкләмәләрен ваҡытында һәм тулыһынса үтәгән. Атап әйткәндә, пособие, реабилитацияның техник саралары, ташламалар менән ҡулланыусы граждандарҙы протез-ортопедия изделиелары менән тәьмин итеү, балаларҙы һауыҡтырыу буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Был турала ведомствоның 2009 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау буйынса страховкалаусылар менән үткәргән кәңәшмәһендә төбәк бүлеге идарасыһы Марат Латипов хәбәр итте. Марат Латипов социаль страховкалау системаһында үҙгәрештәр тураһында бәйән итте. Бында ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағы һәм әсәлек менән бәйле берҙәм социаль һалымдан мотлаҡ социаль страховкалау буйынса страховка иғәнәләрен түләүгә күсеү тураһында һүҙ барҙы.

Шулай уҡ кәңәшмә барышында РФ Социаль страховкалау фондының интернет-порталы аша иҫәпләнгән һәм түләнгән иғәнәләр буйынса страховкалаусыларҙың иҫәп-хисабын әҙерләү күрһәтелде.

Яҡын арала бындай кәңәшмәләрҙе Бөрөлә һәм Дыуан районында үткәреү планлаштырыла.