9 декабрь, Йома

25 март 2010 йыл, 15:27

Төбәгебеҙ ҙур ватан һәм сит ил компанияларын йәлеп итә

автор: Сергей Захаров

Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдындағы бөгөнгө отчет доклады сиктәрендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Башҡортостандың инновациялар һәм инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендәге уңыштары тураһында һөйләне.

Уның әйтеүенсә, былтыр республикала алты технопарк һәм бер технологиялар трансферы үҙәге төҙөлдө. Бынан тыш, үҙенсәлекле программа продукттары менән коллектив файҙаланыу үҙәге, консультация патент үҙәге һәм интеллектуаль ресурстарҙы файҙаланыу лабораториялары барлыҡҡа килде. Уларҙың эшмәкәрлектәре инновацион эшкәртмәләр менән шөғөлләнеүсе субъекттарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

«Башҡортостандың ун иң яҡшы инновацион идеяһы» республика инновацион проекттар конкурсы үткәрелде.

Рәсәй төбәктәренең инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген баһалау һөҙөмтәләре буйынса республика «Иң юғары инвестициялар йәлеп итеүсәнлек кимәле» төп номинацияһында ун иң яҡшы төбәк иҫәбенә инде, ә «Инвестициялар һалыуҙың иң кәм иҡтисади хәүефе» номинацияһында Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урын яуланы.

«Башҡортостандың ышаныслы эшлекле партнер булараҡ ыңғай тәжрибәһе республикаға ҙур ватан һәм сит ил компанияларын йәлеп итеүгә булышлыҡ итә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Сарбаев.

2009 йылда төбәк иҡтисадына төп капиталға 140 миллиард һум самаһы инвестициялар һалынған.