Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Әлшәйҙәр «Башҡортостан ынйылары» конкурсының Гран-прийын алды

Йәмғиәт

Әлшәй районының Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы коллективы финалы Әлшәй районының Раевка ауылында үткән ижади коллективтарҙың “Башҡортостан ынйылары” республика балалар фольклоры конкурс-фестивалендә Гран-при яуланы.    

Финал ярыштарында ҡатнашыусылар араһында, ә улар 20 ине, йәнә бер нисә команда үҙен күрһәтә алды. Шулай итеп, беренсе урынды Ейәнсура районынан ижади төркөм алды. Икенсе урын Асҡын районы Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы тәрбиәләнеүселәрендә. Өсөнсө урынды Нефтекама менән Туймазы ҡалалары мәктәп уҡыусылары бүлеште.

Айырым ҡатнашыусылар республика конкурсының йомғаҡлау этабында «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле", «Иң яҡшы ир-егет роле», «Иң яҡшы тикшеренеү эше өсөн», «Йолаларҙы һаҡлаған өсөн» һәм башҡа номинацияларҙа билдәләнде, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына конкурстың координаторы — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Мәрүә Ғилметдинова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть