Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

2010 йылда «7 нозология» программаһын финанслау миллиард һумдан ашасаҡ

Йәмғиәт

«7 нозология» программаһы сиктәрендә Башҡортостанға ярты йылға иҫәпләнгән 572,3 млн.һумлыҡ дарыуҙар ҡайтарылды. Граждандарға 127,4 млн. һум суммаға препараттар бирелгән. Рецептың уртаса хаҡы 60 мең һум тәшкил иткән. 1102 кеше дарыуҙар менән тәьмин ителгән. Март башына ошондай мәғлүмәт бирә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҙур суммалар сарыф итеүҙе талап иткән ете нозология буйынса ауырыуҙарға тәғәйенләнгән дарыу сараларын үҙәкләштереп һатып алыуҙы РФ Социаль үҫеш министрлығы башҡара. Башҡортостанға был дарыуҙар төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы заявкаһы буйынса килтерелә. Был программа нигеҙендә гемофилия, муковисцидоз, гипофизар нанизм, Гоше ауырыуы, лимфа, ҡан эшләнеше һәм уларға оҡшаш туҡымаларҙа барлыҡҡа килгән яман формалағы күҙәнәктәрҙән, тарҡау склероздан йонсоған сирлеләрҙе, шулай уҡ орган һәм (йәки) туҡыманы күсереп ултыртҡандан һуң кешеләрҙе дарыу менән тәьмин итеү ҡаралған. 2009 йыл аҙағындағы мәғлүмәттәр буйынса, 7 нозология буйынса сирлеләрҙең федераль регистрына 1739 кеше индерелгән.  

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2009 йылда «7 нозология» программаһы нигеҙендә препараттар менән тәьмин итеү буйынса республикаға 1055,7 млн. һумлыҡ препараттар ҡайтарылған. Халыҡҡа 1169,7 миллион һум суммалыҡ дарыу саралары таратылған. 1143 кеше дарыу менән тәьмин ителгән, рецептың уртаса хаҡы 67,4 мең һум тәшкил иткән. 2007 йылдан алып кисектерелгән ваҡыт менән тәьмин ителгән бер рецепт та теркәлмәгән.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2010 йылда дарыу сараларын ҡайтарыуға сумма 200 миллион һумға арттырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть