11 декабрь, Йәкшәмбе

25 март 2010 йыл, 13:47

"Новые Известия" Ирек Зариповҡа Рәсәй Геройы исеме бирергә тәҡдим итә

автор: Дмитрий Слезин

«Новые Известия» дөйөм Рәсәй гәзите мөхәрририәте, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевҡа Ванкуверҙағы дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы, Башҡортостан егете Ирек Зариповҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорап мөрәжәғәт итергә, тигән тәҡдим менән сыҡты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсы Паралимпиада-2010-да бер стартта ғына “көмөш” яуланы, ә дүрт биатлон һәм саңғы дистанцияһында почет пьедесталының иң юғары баҫҡысын биләне.

"Киләһе аҙнала президент Дмитрий Медведев Кремлдә беҙҙең чемпион-паралимпиясыларҙы ҡабул итәсәк, – ти яҙа «Новые известия». — Уларға ҙур гонорарҙар һәм ҡиммәтле сит ил машиналары ла вәғәҙә ителмәне, ләкин власть һәм бизнес был юлы һаранланмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ, етмәһә, сәбәп тә бик тос бит. Президент, олимпия йыйылма командаһы кеүек үк, чемпиондарҙы ордендар һәм миҙалдар менән наградлаясаҡ, тип планлаштырыла.

Ләкин беҙ дүрт тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зариповты юғары дәүләт наградаһы – Рәсәй Геройы исеменә күрһәтеү бик ғәҙел булыр ине, тип иҫәпләйбеҙ. Элекке йылдарҙа был почетлы награданы бынан кесерәк ҡаҙаныштар өсөн дә биргәндәр... Бөгөн юғары награда ысын мәғәнәһендә иң юғары ҡаҙаныштарға тап килгән һәм Рәсәй геройын Ватаныбыҙҙан ситтә лә халыҡ таныған осраҡ бит. Уға Йондоҙҙо тапшырырға ғына ҡалды”.

«Зарипов өсөн тауыш биреүселәр» исемлегенә ҡушылырға теләһәгеҙ, http://www.newizv.ru/news/2010-03-24/123883/#keepsign сайтына инә алаһығыҙ.