10 декабрь, Шәмбе

25 март 2010 йыл, 13:14

«Йыл инженеры» бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандың туғыҙ белгесе билдәләнде

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан предприятиеларының бер юлы туғыҙ белгесе 2009 йыл йомғаҡтары буйынса “Йыл инженеры” бөтә Рәсәй конкурсының беренсе турында еңеүсе булды. Шуларҙың өсәүһе конкурс лауреаттары тип табылды.

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Рәсәй фәнни һәм инженер йәмәғәт ойошмалары союзы Координацион советының беренсе сәркәтибе Константин Кошелевтан рәхмәт хаты килде.

«Профессиональ инженерҙар» версияһында, «Авиация һәм космонавтика» номинацияһында, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең үҙәк завод лабораторияһындағы ныҡлыҡ лабораториһы начальнигы Алексей Дубин лауреат булды. «Йәштәрҙең инженерлыҡ сәнғәте» версияһында, «Сәнәғәт производствоһы идаралығын ойоштороу» номинацияһында, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең Инновацион проекттары идаралығы секторы начальнигы Азат Нурғәлиев еңде. «Химия» номинацияһында «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство начальнигы урынбаҫары Радик Әсфәндиәровҡа етеүсе табылманы (Стәрлетамаҡ).

Йәнә алты инженер бөтә Рәсәй конкурсының беренсе турын уңышлы үтте. Улар «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен (Благовещен), «Гидравлика» агрегат предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы  (Өфө) һәм «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте исеменән сығыш яһаны, тип хәбәр итә БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Конкурс фәнни-техник йәмәғәтселек өлкәһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Сираттағы бөтә Рәсәй конкурсы 2010 йылдың апрелендә иғлан ителәсәк.