8 декабрь, Кесе йома

25 март 2010 йыл, 12:51

Башҡортостанда "Дуҫлыҡ моңо-2010" халыҡ-ара фестивале башлана

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Кесаҙнала, 25 мартта, Нефтекама ҡалаһында башҡорт һәм татар йыры “Дуҫлыҡ моңо-2010” халыҡ-ара фестивале башлана. Уны тантаналы асыу бөгөн кис Нефтекама дәүләт филармонияһында үтә.

«Башинформ» агентлығына сараның кураторы — Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Маргарита Мансурованың хәбәр итеүенсә, фестивалдә ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Татарстан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан башҡорт һәм татар йырҙарын һөйөүселәр килгән. Фестивалдең конкурс программаһында 16-36 йәштәрҙәге 50-нән ашыу үҙешмәкәр башҡарыусы, шулай уҡ музыкаль училищеларҙың вокал бүлегендә беренсе курста уҡыусылар һәм юғары уҡыу йорттарының вокал бүлеге буйынса әҙерлек курсы студенттары  ҡатнашасаҡ.

Конкурс ҡағиҙәләре буйынса һәр ҡатнашыусы дүрт әҫәр әҙерләргә тейеш. Башҡорт һәм татар халыҡ йырын, башҡорт һәм татар профессиональ композиторҙарының эстрада йырҙарын башҡарыу мотлаҡ һанала.

Йәнә бер шарт: конкурсанттар башҡорт халыҡ йырын башҡорт телендә, татар халыҡ йырын татарса башҡарырға тейеш.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән йырсылар өс әҫәр ҙә тәҡдим итә ала: башҡорт халыҡ йыры, туған телендә йыр һәм башҡорт йәки татар профессиональ композиторҙың эстрада йыры.

Был милли йыр фестивале Нефтекамала 1991 йылда булдырылған.

Шунан алып фестиваль ҡанаттарын йәйә, йыл һайын ҡатнашыусылар иҫәбен арттыра. Конкурс шарттары буйынса йәшкә сикләү индерелгән — 16 йәштән алып 35-кәсә. Ләкин иң мөһиме үҙгәрешһеҙ ҡалған — халыҡтар дуҫлығын символлаштырыусы булараҡ, халыҡ йырҙарын мотлаҡ башҡорт һәм татар телендә йырлау. Башҡортостан Республикаһы Президенты арҡаһында ул республика кимәленә сыға. 2000 йылда иһә яңы исем ала — «Дуҫлыҡ моңо», уғаса ул халыҡ-ара фестивалгә әйләнә.

Фестивалдә ҡатнашыусылар һәм Башҡортостан, Татарстандың мәҙәниәт оҫталары менән күсмә концерттар ойоштороу ҙа матур йолаға әйләнгән. Быйыл концерттар 26 мартта Яңауыл ҡалаһында һәм Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында үтәсәк. Азамат һәм Нәсимә Тимеровтар, Филүс Ҡалмырҙин, Гөлназ Биктимерова, Азат Биксурин, Фирҙәүес Шәрәфуллин һәм башҡаларҙың ҡатнашыуы көтөлә.

«Дуҫлыҡ моңо-2010» фестивале шәмбе көндө, 27 мартта, ҙур гала-концерт менән тамамлана.