Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

ХХV Өфө саңғы марафонына йомғаҡ яһалды

Йәмғиәт

«Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм “Киске Өфө” гәзите бүләктәренә ХХV Өфө саңғы марафоны үтте.  

Стартҡа Ханты-Манси автономиялы округынан, Силәбе, Магнитогорск, Златоуст, Ҡурған, Ижевск, Ырымбур, Ишембай, Белорет, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьский, Салауат, Күмертау, Учалы, Өфө ҡалаларынан, Өфө, Нуриман һәм Мишкә райондарынан 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Ярыштар дүрт дистанцияла үтте — 10, 20, 30 һәм 50 км.

Иң бәләкәйҙәр төркөмөндә һигеҙенсе класс уҡыусыһы Александра Ковалева еңде (Өфө районы).

Кесе үҫмерҙәр төркөмөндә финишҡа беренсе булып Айҙар Нурғәлиев  килде (Өфө районы).

Үҫмерҙәр араһында 20 км дистанцияла Артур Кәбиров еңеү яуланы (Авдон).

50 километрға уҙышта Рәсәй спорт мастеры, М.Азаматов исемендәге 3-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Башҡорт дәүләт аграр университеты аспиранты Андрей Филиппов еңде.

30 километрға ҡатын-ҡыҙҙар марафонында иң яҡшы алтау исемендә: Рида Ғимранова (Стәрлетамаҡ), Екатерина Скопина (Өфө, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы), Эльвира Фаттахова (3-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе), Елена Мицан (Магнитогорск), Олеся Семенова (Стәрлетамаҡ) һәм Наталья Курышева (3-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе).

ХХV Өфө саңғы марафоны еңеүселәре һәм 1,5 меңдән алып 15 мең һумға тиклем аҡсалата бүләктәр алды.

Иң оло ҡатнашыусылар — өфөлөләр Камилә Ғәлиева һәм Владимир Матвеев махсус приздарға лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть