9 декабрь, Йома

25 март 2010 йыл, 11:51

Башҡортостан парламентының егерме өсөнсө ултырышы башланды

автор: Сергей Захаров

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың егерме өсөнсө ултырышы асылды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡатнаша.

Залда шулай уҡ Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, Президент Хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы Секретариаты һәм республика Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһының суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ултыра.

Көн тәртибендә иллегә яҡын мәсьәлә. Депутаттар Башҡортостан Хөкүмәтенең былтыр башҡарған эштәре тураһында отчетын тыңлаясаҡ.

Өсөнсө һуңғы уҡыуҙа депутаттар «БР дәүләт граждандар хеҙмәткәрҙәренең ҡайтанан профессиональ әҙерлеге, квалификацияһын күтәреү һәм стажировка үтеүе тураһында», «БР биләмәһендә пассажирҙарҙы автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында», «Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында», «БР-ҙа ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында», «Урындағы үҙидара органдарына баланы ғаиләгә тәрбиәгә тапшырғанда бер тапҡыр түләнә торған пособиелар тәғәйенләү һәм түләү буйынса дәүләт вәкәләттәре биреү тураһында» закон проекттарына төҙәтмәләрҙе ҡараясаҡ. Ун алты закон проекты – икенсе һәм тағы һигеҙе беренсе уҡыуҙа ҡарауға әҙер.

Депутаттар ҡануниәт инициативаһы тәртибендә Дәүләт Думаһына Һыу кодексының һигеҙенсе статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында тәҡдим менән мөрәжәғәт итергә йыйына. Бында һүҙ күлдәрҙе Рәсәй субъекттары милкенә тапшырыу тураһында бара.

Бөгөн ҡануниәтселәр шулай уҡ айырым суд участкаларының мировой судьялары вазифаһына дәғүә итеүсе ете кандидатты һайлаясаҡ.