3 декабрь, Шәмбе

25 март 2010 йыл, 11:34

Башҡортостан бизнесы Чехия компаниялары менән диалогҡа саҡырыла

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан предприятиелары Чехия Республикаһы компаниялары вәкилдәре менән бизнес-осрашыуға саҡырыла, ул 8 апрелдә Өфөлә, БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрлығының конференц-залында ойошторола (К.Маркс урамы, 3). Иртәнге 10.30-ҙа башлана.

Бизнес-осрашыуҙың маҡсаты – ике республика араһындағы кооперацион бәйләнештәрҙе киңәйтеү.

«Башинформ» агентлығына БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Чехия бизнесы төрлө өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү перспективаларын тикшерергә әҙер. Өфөгә, атап әйткәндә, агрофирмалар төҙөлөшө, градирня төҙөлөшө һәм ремонты, автобустар һәм энергетика, химия, нефть, газ сәнәғәте өсөн ҡоролмалар ташыусы, һыра заводы төҙөлөшө һәм төҙөлөш материалдары етештереү заводы төҙөлөшө менән шөғөлләнеүсе компаниялар киләсәк.  

Был осрашыуҙа ҡатнашасаҡ Чехия компаниялары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан алырға мөмкин.