Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

VDL-НЕФАЗ туристик автобусын белгестәр юғары баһаланы

Иҡтисад

Мәскәүҙә үткән «Интурмаркет-2010» күргәҙмәһендә туристар өсөн VDL-НЕФАЗ-52999 автобусын туриндустрия белгестәре юғары баһаланы.

«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, НЕФАЗ автобусын күргәҙмәлә РФ спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко, ил төбәктәренән уның коллегалары, шулай уҡ Рәсәйҙең эре туроператорҙар вәкилдәре ҡараны.

Әйтергә кәрәк, VDL-НЕФАЗ-52999 техник (DAF двигателе, VDL шассийы), шулай уҡ файҙаланыу (яғыулыҡ тотоноу – 100 километрға 28 литр, двигатель ресурсы – кәмендә 700 мең километр) характеристикалары буйынса туристар ташыу өсөн бик тә ҡулайлы. Өҫтәүенә, уңайлылыҡтары буйынса ла (биотуалет, водителгә йоҡлау урыны, DVD, мини-кухня) ул Европа етештереүселәре автобустарынан һис тә ҡалышмай.

Был модель автобустары Башҡортостанда, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә файҙаланыла ла инде. Санкт-Петербургта, мәҫәлән, беҙҙең автобустар Европа буйлап автобус турҙарына сығарыла.

Ә күргәҙмәлә төбәк кенә түгел, шулай уҡ сит ил турагентлыҡтары ла ҡатнашыу сәбәпле, был предприятие өсөн үҙ продуктын артабан автотранспорт баҙарына сығарыу мөмкинлеге лә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть