11 декабрь, Йәкшәмбе

25 март 2010 йыл, 10:36

Башҡортостан инвестпроекттар өсөн асыҡ

автор: Михаил Сытин

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Раил Сарбаев шаршамбы, 24 март  көнө, “Эфес-Рәсәй” компанияһының генераль директоры Йюксель Гекбулут менән республика биләмәһендә «Эфес-Рәсәй» һәм «Русджам-Өфө» компанияларының инвестиция проекттары перспективаларын тикшерҙе.

Гекбулут әфәнде әйтеүенсә, Башҡортостан Анадолу компаниялары төркөмөнөң өҫтөнлөклө иғтибарын йәлеп иткән зона булып ҡала. Быйыл компания туҡланыу предприятиелары селтәрен үҫтереүгә 2,5 миллион доллар аҡса һалырға ниәтләй. Үҙенең эшмәкәрлек алып барыу осоронда ул реаль секторға барлығы 80 миллион долларҙан ашыу аҡса инвестициялаған.

Йюксель Гекбулут әфәнде шулай уҡ холдингының республика иҡтисадының башҡа тармаҡтарына ла инвестиция һалырға ниәтләүе хаҡында белдерҙе. Атап әйткәндә, Төркиә компанияһы республика Хөкүмәте иғтибарын йүнәлткән күн эшкәртеү һәм руда табыу тармаҡтарындағы проекттарға ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Премьер процедураларҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа һәм яҡын арала аныҡ инвестиция проекттарын әҙерләү өсөн компания белгестәрен ебәрергә тәҡдим итте.

— Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған ике йүнәлеш буйынса ла эшләнмәләр бар, беҙ үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлектең тәҡдим ителгән варианттарын ҡарарға әҙербеҙ, — тине Премьер.

Әңгәмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары , сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров ҡатнашты.