Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Раил Сарбаев: Һәр ауыл кешеһе банк хеҙмәтләндереүе менән файҙалана алырға тейеш

Иҡтисад

Кисә, 24 мартта, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Урал банкыһы рәйесе Владимир Черкашин менән осрашты. Осрашыу барышында республика территорияһында Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының эш йомғаҡтары, филиал селтәрен үҫтереү перспективалары һәм үҙ-ара эш итеү пландары тикшерелде. Владимир Черкашин, Һаҡлыҡ банкыһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан Республикаһы был ҡатмарлы осорҙо Рәсәйҙең башҡа субъекттары менән сағыштырғанда уңышлы үтте, тип билдәләне.

Әңгәмә ваҡытында Премьер ауыл ерендә банк хеҙмәтләндереүен һаҡлап ҡалыу зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды:

— Селтәрҙе ҡулайлаштырыу беҙҙең ауыл халҡы өсөн банк хеҙмәттәре күрһәтеүҙе сикләргә тейеш түгел, — тине Раил Сарбаев. — Халҡының 40 проценты ауылда йәшәгән республика өсөн был мәсьәлә үтә мөһим.

Владимир Черкашин әйтеүенсә, Башҡортостанда ауыл инфраструктураһының үҫешкән булыуы республикала оператив кассалар һанын ҡулайлаштырыуға яңыса ҡарарға мөмкинлек бирҙе – уларҙы күсмә кассалар алмаштырасаҡ.

— Рәсәй буйынса эшләй башлаған 50 күсмә кассаның 18-е Башҡортостан ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк, — тине ул. — Был күрһәтелгән хеҙмәттәр күләмен һаҡлап ҡалырға, күберәк тораҡ пункттарын солғап алырға һәм хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Бынан тыш, бәләкәй һәм урта бизнесты кредитлау буйынса банк менән берлектәге программаларҙы үҫтереү кәрәклеге хаҡында ла һүҙ алып барылды.

– Бизнесмендарҙың күбеһе «старт-ап» кредиттарын алып булмауға зарлана, – тип проблеманы айырып күрһәтте Раил Сарбаев. –  Сөнки үҫешкән бизнесы булғандарға кредиттар бик кәрәкмәй ҙә, ә реаль секторҙа – етештереүҙә һәм эшкәртеүҙә үҙ эшеңде асыу өсөн башланғыс капитал етеңкерәмәй.  

Әңгәмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — финанс министры Айрат Ғәскәров һәм БР Милли банкыһы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть