6 декабрь, Шишәмбе

25 март 2010 йыл, 8:57

Александр Авдеев Башҡортостан Президентын ҡотланы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министры Александр Авдеевтан телеграмма килде. Ул Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлай. Телеграммала шулай тиелә:

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫына, сәнғәтенә һәм халыҡ ижадына иғтибарлы, һаҡсыл мөнәсәбәтегеҙ өсөн Һеҙгә рәхмәтлемен. Төбәк башлығының тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм тергеҙеү, халыҡ йолаларын, китапхана, музей һәм архив эшен үҫтереү хаҡындағы хәстәрлеге киләсәк быуындар өсөн халҡыбыҙҙың бай мираҫын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Ошо көндә һөнәрҙәренә сикһеҙ тоғролоҡтары өсөн Башҡортостан Республикаһының барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына рәхмәт белдергем килә. Беҙҙең һөнәри байрам изге йолаға әүерелде. Мәҙәниәт өлкәһендә үҙ эшенә тоғро, ватан мәҙәниәтен эскерһеҙ яратыусы профессионалдар эшләй, тап улар халыҡтың рухи һәм әхлаҡи йолаларын, милләттең тарихи хәтерен һаҡлай.

Ихлас күңелдән барыһына ла сәләмәтлек, именлек һәм ижади уңыштар теләйем.

Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры А.А. Авдеев”.