Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда дөйөм сәсеү майҙаны 3,3 млн. га тәшкил итә

Иҡтисад

Быйыл Башҡортостанда сәсеү майҙаны 3,3 миллион гектар тәшкил итәсәк – 2009 йылдағынан 128 мең гектарға күберәк. Республика хужалыҡтары ике миллион гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү үткәрәсәк.

Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәсеүлектәре 3,7 процентҡа киңәйә. Ашлыҡтар 1,9 миллион гектарҙан ашыу баҫыуҙарҙы биләйәсәк.

Техник культураларға бүленгән майҙандар бер сиреккә тиерлек – 23 процентҡа арта. Дөйөм алғанда, улар 248 мең гектарҙы биләйәсәк. Шуның 65 мең гектары – шәкәр сөгөлдөрөнә, 130 меңе көнбағышҡа бүленәсәк.

Май бирә торған культуралар, картуф һәм йәшелсә майҙандары элеккесә ҡала. Был культураларҙың структураһы баҙар талаптарына ярашлы билдәләнде.

Быйыл ҡарабойҙай сәсеүлектәренә 100 мең гектарға тиклем бүленә. 50 мең гектарҙы – рапс, ике мең – соя, 1,2 мең гектарҙы етен аласаҡ.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл кукуруз сәсеүлектәрен 90 мең гектарға тиклем киңәйтеү көтөлә. Шуның 22 мең гектарын орлоҡҡа кукуруз биләйәсәк.

Күп йыллыҡ үләндәр майҙанында юғары аҡһымлы ҡуҙаҡлы культуралар сәсеүлектәре 80 процентҡа артырға тейеш. Йәғни хужалыҡтар күберәк люцерна, галега, тумыртҡабаш (клевер), эспарцета һәм балйыйыр үләндәре сәсәсәк. Ә бер йыллыҡ үләндәр структураһында судан үләне, могар, кәрешкә һәм борсаҡ менән мал аҙығы тарыһы күберәк майҙанды биләйәсәк.

Башҡортостанда ит малсылығы әүҙем үҫешә. Шуның менән бәйле республикала сабынлыҡтарҙың һәм көтөүлектәрҙең продуктлылығын күтәреү буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть