Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Белорет металлургия комбинатында хеҙмәткәрҙәренә дөйөм медицина тикшереүе үткәрелә

Йәмғиәт

«Мечел» компанияһына ҡараусы «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә хеҙмәткәрҙәренә флюорографик тикшереү тамамлана. Уның маҡсаты — күкрәк ситлеге ауырыуҙарын ваҡытында асыҡлау.

Ике ай дауамында комбинат территорияһында күсмә флюорографик машина эшләй. Был арала дүрт меңгә яҡын кеше тикшереү үткән. Бөгөн медиктарҙың күсмә бригадаһы метталургтарҙың әүҙемлеген билдәләй. Һәм был осраҡлы түгел: 24 мартта Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә, киң мәғлүмәт сараларында профилактиканың мөһимлеге һәм даими медицина тикшереүҙәренең әһәмиәте тураһында күп яҙыла.  

Март аҙағына тиклем Белорет металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәренең 90 проценты флюорография үтергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть