7 декабрь, Шаршамбы

24 март 2010 йыл, 16:40

Ханты-Манси автономиялы округында башҡорттар ҡоролтайы үтте

автор: Гөлшат Шәмсетдинова, Марина Шумилова

Сургут районының Лянтор ҡалаһында "Юбилей" Мәҙәниәт һарайында Ханты-Манси автономиялы округы-Югра башҡорттарының өсөнсө ҡоролтайы үтте.

ХМАО-Юграла Башҡортостан Республикаһы Вәкиллеге һәм Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған ҡоролтайҙа Ханты–Манси автономиялы округы һәм Башҡортостан Республикаһы хөкүмәт делегациялары, округтың башҡорт йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре, үҙ халҡының яҙмышына битараф булмаған бөтә төньяҡ башҡорттары ҡатнашты.

Ҡоролтай иртә менән Лянтор хакимиәте бинаһында башланды, унда Ханты-Манси автономиялы округы-Югра һәм Башҡортостан Республикаһы делегацияларының рәсми осрашыуы үтте. Лянтор хакимиәте башлығы Виктор Алешин Башҡортостан Республикаһынан килеп, Лянторҙа йәшәгән һәм төньяҡ ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән башҡорттарҙың ҡаҙаныштарын юғары баһаланы.

Осрашыуҙың төп темаһы булып 2010 йылдың октябрендә Өфөлә үтәсәк ХМАО-Югра башҡорттарының Мәҙәниәт көндәренә әҙерлек торҙо. Ике төбәк вәкилдәренән торған ойоштороу комитетын төҙөү, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында йәшәгән башҡорттарҙың мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән был ҙур проектты финанслау мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостандан ҡунаҡтар ҡала буйлап экскурсия яһаны, Ханты этнография музейына барҙы, Салауат Юлаев һәм "Лянторнефть" нефть-газ табыу идаралығының беренсе начальнигы Мөхтәр Назарғәлиевтың таҡтаташтарына сәскәләр һалды.

Үҙ сығыштарында БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вельмир Аҙнаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Роберт Солтанов, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин ХМАО-Югра Хөкүмәтенә башҡорт милли берләшмәләренә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм алда торған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлеккә иғтибар йүнәлтте.

ХМАО-Югралағы БР Вәкиллеге етәксеһе Рәүҙәт Ҡолманбәтов округтың башҡорт милли берләшмәләре эшмәкәрлеге тураһында отчет доклады менән сығыш яһаны, шулай уҡ бөгөн улар алдында торған өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне.

Когалым, Урай, Сургут, Нижневартовск ҡалалары, Федоровка һәм Нижнесортымск ҡасабалары башҡорт йәмәғәт берләшмәләре рәйестәренең сығыштары бик ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле булды.

Ҡоролтай көн тәртибендә Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Ханты-Манси автономиялы округы делегаттарын һайлау мөһим мәсьәлә булып торҙо. Һәр йәмәғәт берләшмәһе үҙ кандидатураһын тәҡдим итте һәм тауыш биреү юлы менән халыҡ-ара башҡорт халҡы форумына үҙ төбәгенән бөтәһе 12 делегат һайланы.

Ҡоролтай Югра ҡалалары һәм райондарынан һәүәҫкәр артистар, ижади коллективтар ҡатнашлығындағы концерт менән тамамланды. Башҡортостандан ҡунаҡ, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаеваның сығышы төньяҡ башҡорттары өсөн ҙур бүләк булды.