8 декабрь, Кесе йома

24 март 2010 йыл, 14:54

Евросоюз Рәсәйҙә күмер индустрияһында экологик ноу-хау эҙләй

автор: Юлай Мәғсүмов

«Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғи ресурстар менән (энергетиканы ла индереп) рациональ идара итеү» тематик программаһы сиктәрендә Европа Комиссияһы экологик саф күмер технологиялары, углекислый газды айырыу һәм һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса проекттар конкурсын иғлан итте.

Конкурс географияһы Рәсәй Федерацияһын, Украинаны, Ҡаҙағстанды, Көньяҡ Африканы, Һиндостанды һәм Индонезияны солғап ала. Ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, конкурсҡа ҡуйылған проекттарҙың эшмәкәрлеге экологик нигеҙләнгән технологияларҙы өйрәнеүгә һәм потенциалын үҫтереүгә, халыҡ-ара эксперт селтәрен нығытыуға һәм мәғлүмәт менән алмашыуға ҡайтып ҡалырға тейеш.

Конкурста ҡатнашыуға күмер индустрияһына йәлеп ителгән милли һәм төбәк ойошмалары, шулай уҡ күмер сәнәғәте предприятиелары, күмер институттары һәм тикшеренеү үҙәктәре саҡырыла.

Заявкалар биреүҙең һуңғы срогы: 2010 йылдың 15 июне.                        

Тулы мәғлүмәт (инглиз телендә) http://www.delrus.ec.europa.eu/en/p_340.htm сайтында.