10 декабрь, Шәмбе

24 март 2010 йыл, 14:27

“Рәсәйҙең йәш эшҡыуары” конкурсының төбәк этабы үтә

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» конкурсының төбәк этабы үтә. Уны ойоштороусылар – БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты һәм БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы.

Конкурс маҡсаттары булып йәштәр мөхитендә һөҙөмтәле тормош стратегияһы булараҡ эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе әүҙем йәш кешеләрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү, йәштәр араһында өлгө булырлыҡ кешеләрҙе асыҡлау һәм илдең социаль-иҡтисади прогресының мөһим факторы булараҡ йәштәр эшҡыуарлығының ыңғай образын формалаштырыу тора.  

Конкурс «Йәш бизнес оҫтаһы», «Уңышлы старт», «Социаль яуаплы бизнес», «Уҡыусылар һәм студенттар бизнесы», «Йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүгә өлөш индереү» номинациялары буйынса үткәрелә.

Конкурста 16 йәштән 30 йәшкә тиклемге Рәсәй Федерацияһы граждандары ҡатнаша ала. Конкурс һөҙөмтәләрен баһалағанда компетентлы жюри эшҡыуарлыҡ рухын, идара итеү һәләттәрен, эшҡыуар шәхесенең бөтөнлөгөн, шулай уҡ бизнестың социаль әһәмиәтен һәм уның финанс күрһәткестәрен иҫәпкә аласаҡ.

Шуны ла әйтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһында «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» конкурсының төбәк этабы 2010 йылға Республика бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһына ярашлы үткәрелә. Ул быйыл 15 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

Заявкалар Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 251-57-11, 251-14-75.

Ентеклерәк мәғлүмәт менән www.mpr2010.ru сайтында танышырға мөмкин.