5 декабрь, Дүшәмбе

24 март 2010 йыл, 12:52

Башҡортостандың сәнәғәт сәйәсәтен үҙгәртеп ҡороу проекты буйынса Өфөгә немец эксперттары килеүе көтөлә

автор: Эльвира Латипова

Германия эксперттары Карл-Хайнц Клингер, Курт Хорншильд, Вольфганг Гимбель һәм Андреас Шурҙы Башҡортостанда 6-9 апрелдә көтәләр. Уларҙың сираттағы Өфөгә эш сәфәре берлектәге «Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт сәйәсәтен үҙгәртеп ҡороуҙы әҙерләү һәм ғәмәлгә ашырыу» проекты сиктәрендә планлаштырыла. Проект менән БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы менән Федератив Германия республикаһының Иҡтисад һәм технологиялар министрлығы шөғөлләнә.

Республиканың Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 апрелдә ҡунаҡтар  «Инновациялар салоны-2010» махсуслаштырылған күргәҙмәһен ҡараясаҡ. Шул уҡ көндө эксперттар министрлыҡ коллегияһы эшендә ҡатнаша – кәңәшмә Башҡортостандың кластер сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға арнала. Көндөң икенсе яртыһына «Туризм һәм сервистың инновацион потенциалы. Урал-2010» форумы менән танышыу планлаштырылған.

Эксперттар шулай уҡ туризмды индустриаль яҡтан тәьмин итәсәк фәнни-производство кластерын булдырыу һәм үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң сираттағы ултырышында ҡатнашасаҡ. Ул 9 апрелдә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында үтә. Шул уҡ көндө БР Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһында «Башҡортостан Республикаһының инновацион үҫеше: кадрҙар менән тәьмин итеү һәм Европа тәжрибәһе трансферы» темаһына түңәрәк өҫтәл үтә.

Урман сәнәғәте кластерын ойоштороу эштәре сиктәрендә Өфө урман хужалығы техникумын ҡарау ҙа алдан билдәләнгән программаға индерелгән.