8 декабрь, Кесе йома

24 март 2010 йыл, 12:20

24 март - Волга буйы-Урал хәрби округын ойоштороу көнө

автор: Юлай Мәғсүмов

Бөгөн Волга буйы-Урал хәрби округы ойошторолоуға 9 йыл тула. Әммә Ҡыҙыл Байраҡлы Волга буйы-Урал хәрби округының данлы тарихы 1918 йылдың 4 майынан уҡ башлана, ул саҡта Халыҡ Комиссарҙары Советы декреты менән Эшсе-Крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһының Волга буйы һәм Урал хәрби округтары төҙөлә.

Волга буйы-Урал хәрби округы хәҙер ике федераль округтың (Волга буйы һәм Урал) административ сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының ун туғыҙ субъекты, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан.

Хәрби округтың шәхси составы үҙенең күп быуындар яугирҙарының намыҫлы хеҙмәте һәм батырлыҡтары менән билдәләнгән хәрби тарихы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Унда Бөйөк Ватан һуғышы айырыуса ҙур урын биләй. Уралда һәм Волга буйында өс меңдән ашыу берекмә, соединение һәм частар ойошторолоп, өйрәтеп, фронтҡа оҙатыла. Һуғыш тамамланыуға уларҙың күптәренең байраҡтарын хәрби ордендар биҙәй. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике мең ярымдан ашыу яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Улар араһында Николай Кузнецов, Муса Гәрәев, Александр Матросов, Виктор Талалихин кеүек бөтә халыҡҡа билдәле батырҙар күп.

Беҙҙең көндәрҙә лә тиҫтәләгән мең яугирҙар Афғанстанда, Чечен Республикаһында үҙ хәрби һәм конституцион бурысын үтәне, дүрт меңдән ашыу кеше орден һәм миҙалдар менән наградланды, 17 хәрби хеҙмәткәр — Советтар Союзы Геройы, ә 29-ы Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды.

Волга буйы-Урал хәрби округы Рәсәй Федерацияһы именлеген тәьмин итеү системаһында лайыҡлы урын биләй, округ хәрби хеҙмәткәрҙәре үҙенән алдағы быуындар традицияларын намыҫ менән дауам итә.

Быйыл хәрби округ соединениелары, частары һәм подразделениелары байтаҡ халыҡ-ара күнекмәләрҙә ҡатнашасаҡ — былар апрель айында Тажикстан Республикаһы территорияһында үтәсәк «Рубеж-2010» күнекмәһе, Ҡаҙағстанда «Тыныс миссия-2010» күнекмәһе, «Көнсығыш-2010» оператив-стратегик күнекмәһе. Хәрби округ соединениелары бөтә кәрәкле ҡоралдар менән тулыһынса комплектланған һәм, Үҙәк Азия стратегик йүнәлешендә тотороҡлолоҡто тәьмин итеп, үҙ хәрби бурыстарын гарантиялы үтәргә һәләтле.

темалар: армия хеҙмәте