Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Армия ташҡын ваҡытында Урал һәм Волга буйы төбәктәренә ярҙам итә

Йәмғиәт

Волга буйы – Урал хәрби округының берләшмәләре һәм хәрби частары боҙ киткән ваҡытта һәм яҙғы ташҡында Волга буйы һәм Урал төбәктәренә ярҙамға килергә әҙер. Улар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәктәге үҙәктәре һәм урындарҙағы ташҡын комиссиялары менән хеҙмәттәшлек итәсәк.

Волга буйы – Урал хәрби округының мәғлүмәт менән тәьмин итеү төркөмөнән хәбәр итеүҙәренсә, округта хәрби әҙерлек идаралығы начальнигы, генерал-майор  Владимир Ашитка етәкселегендә боҙ китеү һәм ташҡын һыуҙары менән бәйле хәлдәр торошон күҙәтеүсе ташҡынға ҡаршы комиссия эшләй.

Хәрби округ территорияһында йылы көндәр еткәндә һыу баҫыу хәүефе менән янаған 14 мең оло һәм бәләкәй йылғалар, һыу ятҡылыҡтары бар.

Волга буйы – Урал хәрби округында йылғаларҙы боҙҙан әрсер өсөн 40 шартлатыу командаһы, 12 ҡотҡарыу командаһы, һыуҙа йөҙөүсе 25 транспортер, шартлатыусыларҙы йөрөтөргә 40 автомобиль һәм 15 санитар автомобиль әҙерләнгән.

Әлеге мәлдә хәрби округтың шартлатыусылар командаһы Чусовая йылғаһындағы боҙ торошон тикшерә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы, Һамар, Пенза, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә шартлатыу эштәрен үткәреүгә әҙерләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть